11:24 (UTC+5), 02 Октября 2019

Севилья ҡалаһында ЮНЕСКО конференцияһында Башҡортостандың «Торатау» геопаркы менән таныштырҙылар

egnsierranorte2019.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Испанияның Севилья ҡалаһында ЮНЕСКО-ның 15-се конференцияһында тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостандың «Торатау» геопаркы менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Конференцияла бөтә донъянан төрлө геопарктарҙың 400-ләгән вәкиле ҡатнашты.
Мәскәү дәүләт университетының «Мәҙәниәт иҡтисадын, ҡала үҫешен һәм креатив индустрияларҙы өйрәнеү үҙәге»нән «Торатау» геопаркы концепцияһын төҙөүселәр биләмәне үҫтереү моделе менән таныштырҙы. Бынан алда презентация Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә күрһәтелде.
Киләһе аҙым — килгән туристарға уңайлы шарттар булдырыу һәм эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү өсөн «Торатау» геопаркы инфраструктураһын үҫтереү булырға тейеш.
«Торатау» геопаркы вәкилдәренең ошондай кимәлдәге сараларҙа ҡатнашыуы геопарктың, республиканың һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара имиджына ыңғай йоғонто яһай. «Торатау» геопаркын халыҡ-ара рекреацион һәм экологик туризмы селтәренә индерелеүе тар йүнәлешле белгестәрҙең генә түгел, Рәсәйҙең һәм халыҡ-ара аудиторияның да иғтибарын йәлеп итә, был иһә Башҡортостандың туристик ҡеүәтен федераль кимәлдә үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш», — тип белдерҙеләр үҙәктә.
Конференцияла Рәсәйҙең башҡа геопарктары, шул иҫәптән «Глобаль геопарк» статусына эйә «Янғантау» геопаркы менән таныштырыу булды. Быйыл ноябрь аҙағында «Янғантау» геопаркында Геопарктарҙы үҫтереү буйынса стратегик сессия була, унда Европа геопарктары һәм ЮНЕСКО-ның геопарктар буйынса халыҡ-ара программаһының Рәсәй комитеты вәкилдәре ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика