04:08 (UTC+5), 02 Октября 2019

Республика күп функциялы үҙәктәре инвалид баланы реабилитациялау өсөн сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы

Мирон Доровских
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 октябрҙән Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре инвалид баланы реабилитациялау өсөн сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Тимәк, ошо көндән ғаризаларҙы һәм документтарҙы йәшәгән урын буйынса яҡындағы күп функциялы үҙәккә тапшырырға мөмкин.
Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре етәкселеге һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тейешле килешеү төҙөнө, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгәндәр быйыл көҙҙән башлап 42 мең һумға (анығыраҡ әйткәндә, 41 722,59) сертификат алыу мөмкинлегенә эйә. Уның менән баланы реабилитациялау өсөн түләргә була. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай йөкләмә бирҙе. Быны нисек эшләргә — ошо хаҡта беҙҙең материалда уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика