06:01 (UTC+5), 01 Октября 2019

Оло йәштәгеләр көнөнә: Башҡортостанда 822 меңдән ашыу өлкән кеше йәшәй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанстат Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы ҡарары менән 1991 йылдың 1 октябренән билдәләнгән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә ҡарата өлкәндәрҙең һанын иҫәпләп сығарҙы.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 822 меңдән ашыу өлкән кеше йәшәй. Улар — 60 йәше тулғандар һәм унан ололар. Уларҙың 583 меңгә яҡыны – 60-74, 222 меңе – 75-89 йәштә. Республикала 17 500 кеше оҙаҡ йәшәүселәр йәшенә еткән — 90 йәштә һәм унан өлкәнерәктәр.
Башҡортостанда халыҡтың дөйөм һанынан оло йәштәгеләрҙең өлөшө 20,3% тәшкил итә. Республикала көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткесе 72,06 йәшкә тиң. Рәсәйҙә ул — 72,91 йәш. Бөтә донъялағы кеүек үк, Рәсәйҙә өлкәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк. 2019 йылдың башына республикабыҙҙа 60 йәштән олораҡ 518,8 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 303,6 мең ир-егет иҫәпләнгән. Ошо йәш категорияһында һәр 1000 ир-егеткә 1709 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 60-74 йәшлектәр араһында енестәр нисбәте — 1452-гә, 75-89 йәшлектәрҙә — 2558-гә, 90 йәштән өлкәнерәктәрҙә 4029-ға тиң.
Тәү сиратта ир-егеттәр араһында үлем осраҡтарының күп булыуы сәбәпле енестәр нисбәтендә айырма ҙурая бара, тип билдәләй статистиктар.
Ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырғанда ир-егеттәрҙең көтөлгән ғүмер оҙайлығының түбәнерәк булыу проблемаһы һаҡлана. 2018 йылда ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөлгән ғүмер оҙайлығы араһында айырма Рәсәйҙә — 10,07 йәш, Башҡортостан Республикаһында 10,71 йәш тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика