11:47 (UTC+5), 01 Октября 2019

Өфөлә «Һеңлекәш» фильмы прокатта Голливуд фильмдарын уҙып бара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Һеңлекәш» фильмы прокатта Голливуд фильмдарын уҙып бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, таҫма 19 сентябрҙә башланды, прокат менән Walt Disney шөғөлләнә. Фильмдың касса йыйымы «Һеңлекәш» менән бер көндә старт алған «Тайна печати Драконов», «Комната желаний», «Рэмбо: Последняя кровь», «Вчера» фильмдары йыйымынан артып китте. Уға шулай уҡ августа йәки сентябрь башында прокатҡа сыҡҡан фильмдарға ҡарағанда һорау ҙур.
«Фильм шәп бара! Сеансҡа балалар ҙа, өлкәндәр ҙә килә. Уҡыусылар төркөмөнән тыш, киске сеансты ябай тамашасылар ҙа ҡарай. Фильмдан һуң кешеләр алҡышлай, «рәхмәт» әйтә. «Һеңлекәш» киноға йөрөү рекордын ҡуйҙы. Тәүҙә прокат 2 октябргә тиклем планлаштырылғайны, ләкин хәҙер уны оҙайтырға хәл ителде», — тине «Родина» кинотеатры директоры урынбаҫары Рида Үтәшева.
«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы йылында экранға сыҡты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика