05:11 (UTC+5), 01 Октября 2019

«Был минең өсөн шундай ҡәҙерле осрашыу!»: Ләйсән Үтәшева Мәскәүҙә яҡташтары менән осрашты

http://bashpredmsk.bashkortostan.ru/
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан гөлләмә Ләйсән Үтәшева өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Хәйер, республика етәксеһенең V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы докладынан цитата кеүек: «Беҙҙе донъяла боронғо стереотиптар буйынса ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Башҡорт Миңлеғәле Шайморатов кеүек илһөйәр булырға, Тыуған илен яратырға, уға хеҙмәт итергә, Мостай Кәрим кеүек тәрән аҡыллы, Айрат Шаммазов кеүек белемле, Радик Юлъяҡшин кеүек талантлы, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө, үҙ-үҙенә ышанған, Ләйсән Үтәшева кеүек сибәр, һомғол буйлы булырға тейеш».
Легендар спортсы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, билдәле телевидение алып барыусыһы һәм модель әйтеүенсә, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образы өсөн өлгө булыу уға шатлыҡ килтерә. Баҡтиһәң, күренекле гимнастка кесе ватанының иғтибарын күптән көткән икән.
«Был минең өсөн шундай ҡәҙерле осрашыу. Шул тиклем яҡташтарым менән осрашырға теләгәйнем, хәҙер мин бында. Башҡорт булыуым һәм ошондай тәрбиәм менән ғорурланам», — тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Әлшәй ҡыҙына муйынса бүләк иттеләр. Бөгөн милли биҙәүес яңырыу кисерә һәм Ләйсәндең стилле образына тап килергә тейеш.
Асыҡтан-асыҡ аралашыуҙа танылған яҡташыбыҙ үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты, спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн ниндәй ауырлыҡтар кисерергә тура килеүе, ғаиләгә ҡарашы, тыуған яғына һөйөүе хаҡында һөйләне.
Ләйсән Үтәшева Мәскәүҙә күптән йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул бер ҡасан да республика менән бәйләнешен юғалтмаған, йыл һайын тыуған Раевкаһына ҡайта:
«Өләсәйем менән олатайымдың йорто — көс-ҡеүәт урыны, бында мин генә түгел, тормош иптәшем Павел да, балаларыбыҙ ҙа энергия туплай. Бала саҡта һәр йәйҙе Раевкала үткәрә инем һәм өләсәйемдең ҡушыуы буйынса һыйырҙы көтөүлектән барып ала торғайным. Хәҙер беҙҙең өс йәшлек улыбыҙ Роберт әсәһе шикелле һыйыр артынан барырға хыяллана»!
Мәскәүҙә уҡып йөрөгән Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ағзалары иҫтәлеккә ҡурай һәм ҡумыҙ тапшырҙы. Милли уйын ҡоралдарынан бүләк Ләйсәнде шул хәтлем тәьҫирләндерҙе һәм ул ҡурайсы Салауатты Өфөлә үҙе менән бергә сығыш яһарға саҡырҙы. Декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында художестволы гимнастика легендаһы Ләйсән Үтәшева «Иң мөһиме хаҡында: Һаулыҡ. Спорт. Карьера» тигән ҙур семинар һәм оҫталыҡ дәресе үткәрә.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика