09:53 (UTC+5), 01 Октябрь 2019

Башҡортостанда оҙон ғүмерлеләрҙе иҫәпләнеләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәгән 1,2 миллион пенсионерҙың 143 меңе 80 йәште үткән, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлегенән.
«Башҡортостанда 100 йәшен тултырған 176 оҙон ғүмерленән быйыл 82 пенсионер үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне», — тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлек идарасыһы Фоат Хантимеров.
Бөгөн - бөтә донъя Оло йәштәгеләр көнө. Рәсәйҙә байрам 1992 йылдан алып билдәләнә.
Фоат Хантимеров әйтеүенсә, Рәсәй Пенсия фонды ололар өсөн илдең мөһим дәүләт институттарының береһе булып тора, уларҙы төрлө пенсия һәм социаль түләүҙәр менән тәьмин итә.
«Быйыл республикала пенсиялар һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәр өсөн сығымдар 169 миллиард һум тәшкил итте. 80 йәше тулған пенсионерҙар юғары пенсия алыу хоҡуғына эйә була. 80 йәштән һуң 5334,19 һум күләмендәге ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы, ике тапҡырға артып, 10 668,38 һум була. Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү өсөн Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә башҡарыла», — тине Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлеге етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика