07:46 (UTC+5), 27 Сентября 2019

Республикала пенсия алды йәшендәгеләр балаларынан һәм элекке тормош иптәшенән алимент алырға хоҡуҡлы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан парламенты депутаттары туғандарынан һәм элекке тормош иптәшенән алиментҡа мохтаж эшкә һәләтһеҙ пенсия алды йәшендәгеләрҙең хоҡуғы тураһында закон ҡабул итте.
Элек пенсия йәшенә еткән кешеләрҙең ғына бындай хоҡуғы бар ине. Хәҙер закон проекты ҡатын-ҡыҙҙарға — 55, ир-егеттәргә 60 йәштән шундай хоҡуҡ бирә.
Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон пенсия йәшен арттырыуға бәйле ҡабул ителгән һәм пенсия алды йәшендәгеләрҙең социаль мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн әҙерләнгән.
«Хеҙмәт пенсияһына сығыуҙың яңы тәртибе алимент алыусыларҙың хоҡуғын сикләргә тейеш түгел. Улар, ҡағиҙә булараҡ, йәше, һаулыҡ торошо буйынса махсус яҡлауға мохтаж. Күптәре өсөн алимент йәшәү өсөн берҙән-бер сығанаҡ булып тора».
Парламент спикеры яңы закондың киң даирә кешеләрҙең мәнфәғәттәренә ҡағылыуын билдәләне. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ата-әсәләр үҙҙәренең эшкә һәләтһеҙ ярҙамға мохтаж бәлиғ булған балаларын тәрбиәләргә һәм, киреһенсә, эшкә һәләтле бәлиғ булған балалар үҙҙәренең эшкә һәләтһеҙ ярҙамға мохтаж ата-әсәләрен ҡарарға һәм улар хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Эшкә һәләтһеҙ ярҙамға мохтаж бәлиғ булған ағай-апайҙар, олатай-өләсәйҙәр һәм ейәндәр, фактик тәрбиәләүселәр, үгәй ата-әсә алимент алырға хоҡуҡлы. Ғаилә тарҡалғанға тиклем йәки ғаилә тарҡалғандан һуң бер йыл эсендә эшкә һәләтһеҙ тип танылған тормош иптәшенең дә алиментҡа хоҡуғы бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика