10:06 (UTC+5), 27 Сентябрь 2019

Өфөлә емерелгән тарихи ҡомартҡыны – Полежаев пансионын тергеҙергә теләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә һүтелгән Полежаев пансионы йәнә һаҡланған объекттар исемлегенә индерелде. Тейешле бойороҡ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
1830 йылда төҙөлгән бина хәҙерге Карл Маркс урамында урынлашҡан. Ул Өфөләге тәүге таш биналарҙың береһе булып иҫәпләнә. Тәүҙә унда гимназияның ярлы тәрбиәләнеүселәре өсөн приют, һуңынан ҡарт-ҡоролар йорто, артабан Пастеров станцияһы булған, аҙаҡ кешеләр йәшәгән.
2017 йылда бина асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты тип танылды. 2019 йылдың ғинуарында Башҡортостандың Юғары суды һаҡланған тигән статусты кире алыуға өлгәште — боронғо йорт судтың яңы корпусын төҙөргә ҡамасаулай ине. Мартта бина һүтелде.
«КоммерсантЪ-Өфө» мәғлүмәте буйынса, инвестор — эшҡыуар Николай Литвинов һүтелгән Полежаев пансионын тергеҙергә әҙер. Ул 2018 йылда Киров һәм Ленин урамдары мөйөшөндә үҙ иҫәбенә Бушмариндар йортон яңынан төҙөнө. Эксперттар йортто тергеҙеүгә сығымдарҙы 40 миллион һумға яҡын тип баһалай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика