07:29 (UTC+5), 26 Сентябрь 2019

Башҡортостандың 6 балалар баҡсаһы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә грант отто

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың 6 балалар баҡсаһы ата-әсәләргә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеү маҡсатында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә 2020 йылда федераль бюджеттан субсидия формаһында грант алыу конкурсы еңеүселәре булды.
Рәсәй Федерацияһында бөтәһе 164 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы грант отто, тип хәбәр итә Мәғариф министрлығы.
Грант ата-әсәләргә йәки балаларҙың законлы вәкилдәренә, шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы үҙҙәренең ғаиләһенә тәрбиәгә алырға теләгән граждандарға психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы хеҙмәттәренә түләү өсөн бирелә. Шулай уҡ субсидия аҡсаһы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың иртә үҫеше өсөн шарттар булдырыуға, ғаиләлә мәктәпкәсә белем алған балаларҙың ата-әсәләренә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы программаһын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә.
Конкурста Өфөнән 220-се, 97-се һәм 29-сы балалар баҡсалары, Бөрөнән 7-се «Улыбка» балалар баҡсаһы, Өфө районының Булгаков ауылынан «Семицветик» балалар баҡсаһы, Өфө районының Подымалов ауылынан «Фантазия» балалар баҡсаһы еңеү яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика