12:27 (UTC+5), 25 Сентябрь 2019

Урал аръяғында медицина университетының филиалын асыуҙары мөмкин

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғында Башҡорт дәүләт медицина университетының филиалын асырға тәҡдим итте. Республика етәксеһе юғары уҡыу йортонда үткән «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» күсмә кәңәшмәһендә ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.
«Беҙ әҙер. Һеҙҙән йөкләмәләр көтәбеҙ», — тине БДМУ ректоры Валентин Павлов.
Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры быйыл 1300-ҙән ашыу табиптың юғары уҡыу йортон тамамлауы хаҡында һөйләне. Статистикаға ярашлы, 2024 йылға БДМУ алты меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарырға тейеш. Ике йылдан вуз беренсел звено табиптарына (терапевтар һәм педиатрҙар) ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итергә, биш йылдан республика һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙарға ҡытлыҡты тулыһынса бөтөрөргә ниәтләй.
Валентин Павлов һүҙҙәренсә, алты йыл уҡығандан һуң күпселек — ординатураға, 500-ҙән ашыу белгес илдең башҡа вуздарына артабан уҡырға китә, 300-гә яҡыны терапевт һәм педиатр булып эшкә урынлаша, ә 10% самаһы һөнәрен ҡалдыра һәм, ҡағиҙә булараҡ, кире әйләнеп ҡайтмай.
Башҡортостан етәксеһе район башлыҡтарына ординатураны тамамларға тейешле белгестәр менән тығыҙыраҡ эшләргә кәңәш бирҙе. Муниципалитет етәкселәре вуз тамамлаусыларҙы район медицина учреждениеларына йәлеп итеүгә яуаплы ҡарарға тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уларға шарттар булдырырға. БДМУ ректоры Баймаҡ, Бәләбәй тәжрибәһен миҫалға килтерҙе, унда дауаханаларҙың баш табиптары районға практикаға килгән ординаторҙарҙы 50 мең һумлыҡ эш хаҡына эшкә урынлаштырған.
Шуға ҡарамаҫтан, Благовар, Мишкә, Дәүләкән, Иглин һәм Хәйбулла райондарында әүәлгесә медицина кадрҙары менән тәьмин ителештең түбән булыуы күҙәтелә. Әле республикала табиптарға матди ярҙам саралары эшләй. «Ауыл табибы» федераль проекты буйынса 99 табипҡа — 1 миллион һум, 10 фельдшерға — 500 мең һум, «Ауыл фельдшеры» республика программаһы буйынса 72 медикка — 500 мең һум, 125 табипҡа 1 миллион һум бирелә.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика