Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2019, 10:22

14 октябрҙә Башҡортостан һанлы тапшырыуға күсә

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 14 октябрҙә Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатыла. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.
Аналог телевидениеһы һүрәт һәм тауыш йәһәтенән һанлынан күпкә ҡалыша, ҙур йышлыҡ ресурсын талап итә. Һанлы сигнал тораҡ пункттың алыҫлығына һәм ҙурлығына ҡарамай. Кабель һәм спутник операторҙары селтәрен ҡулланыусыларҙан айырмалы рәүештә, һанлы телевидение тамашасыларына абонент түләүе юҡ.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, «цифрға» күсеү кабель, интернет-телевидение, IP-ТВ менән файҙаланғандарға йәки спутник ТВ-һын тоташтырғандарға ҡағылмай.
Башҡаларға үҙҙәренең телевизорҙарын тикшерергә кәрәк – хәҙерге моделдәр өҫтәмә йыһазландырыу талап итмәй. Әгәр телевизорҙың кинескобы бар һәм алты-ете йыл элек элек һатып алынған икән, һанлы приставка кәрәк.
Аҙ тәьмин ителгән граждандарға – балаға ай һайын пособие алғандарға һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һанлы эфир йәки спутник телевидениеһын ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алып ҡуйыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
Һанлы эфир телевизион тапшырыуына күскәндә бөтә һорауҙар менән «ҡыҙыу линия»ға шылтыратырға мөмкин.
Һанлы эфир телевизион тапшырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү, телевизион һәм ҡабул итеү ҡорамалын көйләү тураһында мәғлүмәтте 8-800-220-20-02 номерына шылтыратып белергә мөмкин.
Өйҙә спутник телевизион ҡорамалын алыу һәм ҡуйыу тәртибе хаҡында мәғлүмәтте 8-800-347-00-55 номеры буйынса белергә була (шылтыратыу бушлай).
Республика бюджеты иҫәбенә һанлы приставкалар һатып алған өсөн компенсация алыу тәртибе тураһында белеү өсөн (347) 282-40-35 телефонына шылтыратырға кәрәк.
«Һан» менән файҙаланған бөтә абоненттарға бушлай 20 канал (Беренсе канал, Рәсәй 1, Рәсәй 24, Рәсәй К, Матч, НТВ, 5 канал, «Карусель», ОТР, ТВЦ, Рен, Спас, СТС, Домашний, ТВ-3, «Пятница», «Звезда», «Мир», ТНТ, Муз.) һәм өс радиоканал бирелә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика күптән аналог телевидениеһынан һанлыға күсергә әҙерләнә. Ете меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәтелде.
Читайте нас: