13:40 (UTC+5), 24 Сентября 2019

Республикала автомобиль хужаларына машиналарҙың тәгәрмәстәрен алмаштырырға кәңәш бирҙеләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Һауа шарттарының боҙолоуына һәм юлда боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүгә бәйле Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы автомобилселәрҙән машиналарының тәгәрмәстәрен алмаштырыуҙарын һорай.
«Әле үк ваҡыт табып, автосервисҡа инергә һәм йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәрәк. Был эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай — үҙеңдең һәм сит ғүмерҙәрҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, боҙ өҫтөнән «яланғас» йәйге резинала шыуғансы, ҡышҡыһында йөрөү яҡшыраҡ. Шулай уҡ автомобилгә арҡан, көрәк һәм тәҙрәләрҙе йыуыу өсөн махсус шыйыҡса һатып алыу зарур. Яҡтыртҡыстарҙың һәм алғы быяланы таҙарта торған ҡулайламаларҙың эшен дә тикшереү артыҡ булмаҫ», — тип кәңәш бирә ҡотҡарыусылар.
Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәргә юлда йөрөү тәртибен үҙгәртергә: арауыҡты арттырырға, тиҙлек режимын үтәргә, киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа, ҡапыл туҡтамаҫҡа тәҡдим итәләр.
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының йыш осраған сәбәптәре һәм уларҙы булдырмау тураһында беҙҙең лонгридта уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика