12:24 (UTC+5), 24 Сентября 2019

Өфөлә Оло йәштәгеләр көнөндә «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең гала-концерты була

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 1 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған VIII «Мин яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәрлек республика фестиваленең гала-концерты була.
Республиканың изге мәҙәни традицияларының береһенә әүерелгән сағыу һәм матур байрам «Торатау» конгресс-холына өлкән быуындың талантлы һәм көр күңелле 500-ҙән ашыу вәкилен йыя.
Быйыл фестивалдә бөтәһе 2,5 меңдән күберәк кеше ҡатнашты, жюри ете зона туры йомғаҡтары буйынса улар араһынан байрам гала-концерты өсөн иң яҡшы номерҙарҙы һайлап алды.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше, ҡағиҙә булараҡ, 65-70 йәш тәшкил итә. Ләкин йыш ҡына сәхнәлә күптән туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған башҡарыусылар ҙа сығыш яһай, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Сара өлкән быуын кешеләренең ижади потенциалын асыу, уларҙы социаль яраҡлаштырыу маҡсатында 2012 йылдан алып үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика