04:09 (UTC+5), 20 Сентября 2019

Баш ҡала янында оло йәштәгеләр һәм һуғыш ветерандары өсөн 110 урынлыҡ пансионат асылды

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ата-әсәләр өсөн «Шалом» исеме аҫтындағы проектҡа 252 миллион һум аҡса һалынған. Оло йәштәгеләр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн пансионат Өфө эргәһендәге Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһында урынлашҡан. Социаль объект 2016 йылда раввин Дан Кричевский башланғысы менән төҙөлә башлаған.
Биш ҡатлы бинала 110 кеше даими йәшәргә, өҫтәүенә көн һайын 70-тән ашыу кеше көндөҙгө стационар процедураларын алырға мөмкин. Ата-әсәләр өсөн йортта люкс һәм эконом-класлы номерҙар, Мостай Кәрим исемендәге китапхана, тамашалар залы, гидромассаж бассейны, физиотерапия һәм массаж кабинеттары, тренажер залы, ашхана, ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе бар. Пансионатты асыу тантанаһында бөтә конфессия вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
«Быны тыуған Башҡортостаныбыҙҙа ғына күрергә мөмкиндер, моғайын: тәүҙә сара ҡурай моңо менән асыла, аҙаҡ иврит, рус һәм башҡорт телдәрендә йырлайҙар, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Беҙ ҙур, мөһим, күптән көтөлгән ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Был ҡарттар йорто түгел, ә тап ата-әсәләр өсөн йорт, сөнки уның концепцияһы оло йәштәгеләрҙең бәхетле йәшәүенә, оҙон ғүмер кисереүенә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүенә ҡайтып ҡала».
«Шалом» ата-әсәләр йорто төҙөлөшөнә аҡсаны Башҡортостандың йәһүдтәр ойошмаһы һәм бағыусылар бүлгән.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика