08:34 (UTC+5), 20 Сентября 2019

2019 йылда республикала йәшәүселәрҙе һаҡлауға 700 миллион һум тотоноу күҙаллана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2023 йылға тиклем тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефен кәметеү һәм уларҙың эҙемтәләрен йомшартыу өсөн 3,5 миллиард һум ҡаралған. Шуның 700 миллионын ағымдағы йылда тотоналар, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Быйыл махсус дәүләт программаһы аҡсаһы иҫәбенә ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән иҡтисади зыянды өс тапҡырға кәметеүгә өлгәште, экстремаль хәлдәрҙә 2,5 меңдән ашыу кешен ҡотҡарҙы, төбәк биләмәһендәге хәл-торошҡа тәүлек әйләнәһенә мониторинг ойошторҙо.
2023 йылға тиклемге дәүләт программаһына Система-112, граждандар оборонаһына үҙәкләштерелгән хәбәр итеү төбәк автоматлаштырылған системаһы, халыҡҡа ашығыс хәбәр итеү комплекслы системаһының төбәк сегменты, граждандарҙың айырым категорияларын янғын тураһында иҫкәрткән приборҙар менән тәьмин итеү, «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексын булдырыу проекттары инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика