12:53 (UTC+5), 17 Сентября 2019

Республикала грипп юҡ, ләкин ОРВИ менән сирләүселәр арта

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор инфекциялары менән сирләүселәрҙең артыуы теркәлә. Әлегә грипп менән ауырыусылар юҡ, сир кимәле эпидемик сиктән түбән, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Роспотребнадзорҙан.
Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы сентябрь башында уҡ башланды. 13 сентябргә 342 меңдән ашыу кеше (республика халҡының 8,4 проценты), шул иҫәптән 88 мең самаһы бала прививка алды. Киҙеүгә ҡаршы вакциналар ошо эпидемия миҙгелендә көнүҙәк булған вирустан һаҡлай, тип хәбәр итә ведомство.
Алдағы эпидемия миҙгелендә Башҡортостанда 1,8 миллион халыҡҡа: 418 мең балаға һәм 1,4 миллион өлкән кешегә грипҡа ҡаршы прививка эшләү күҙаллана.
Ғәҙәттәгесә, киҙеү эпидемияһы ғинуар-мартта күҙәтелә, табиптар декабрь аҙағынаса прививка яһатырға кәңәш бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика