12:08 (UTC+5), 17 Сентябрь 2019

2020 йылда Өфөлә Һөнәри әҙерлек үҙәге асыла – мәғариф министры

Валерий Шахов
Валерий Шахов
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Вероника Ниғмәтуллина/. 2020 йылда Өфөлә уҡыусылар һәм мәктәп тамамлаусылар өсөн Һөнәри әҙерлек үҙәге асыла. Был хаҡта мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин «PROFфест» һөнәрҙәр фестиваленә арналған матбуғат конференцияһында һөйләне. 17-18 сентябрҙә Өфөлә Йәштәр өсөн һөнәри йүнәлеш фестивале уҙғарыла.
«Һөнәри әҙерлек үҙәген 2020 йылда асыу күҙаллана. Беҙ «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 50 миллион һумлыҡ грант оттоҡ. Майҙансыҡты Тыныслыҡ урамы, 14-се йортта урынлашҡан бизнес үҙәгендә булдырыу ҡарала», — тине Айбулат Хажин.
Мәғариф министры һәм хеҙмәт, ғаилә, халыҡты социаль яҡлау министры Юрий Мельников һүҙҙәренсә, һөнәри әҙерлек үҙәге алтынсы-ун беренсе класс уҡыусылары өсөн көндәлек эш форматында эшләргә, балалар унда ҡыҙыҡлы уйын формаһында ниндәй һәләттәрен үҫтерергә кәрәклеген, ниндәй һөнәри мөхиткә ҡарағанын билдәләй алырға, эш биреүсе менән аралашырға өйрәнергә тейеш.
Айбулат Хажин хәҙер инвесторҙар төбәктең кадрҙар потенциалына ҙур ҡыҙыҡһыныу белдереүен, республика биләмәһендә инвестициялар урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән саҡта улар тәү сиратта шуның менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.
Мәктәптәрҙә лә һөнәри йүнәлеш биреү эше алып барыла. Иртә һөнәри йүнәлеш биреү проекты сиктәрендә быйыл Өфө районының Миловка ауылында аграр университет һәм урта махсус уҡыу йорттары менән берлектә агрокласс асылды. Уҡыусылар бишенсе кластан алып һөнәр серҙәренә төшөнөргә тейеш.
«Яңы һөнәрҙәр атласы» проектының да һөнәри йүнәлеш биреүҙә ярҙамы ҙур. Уның ярҙамында уҡыусыларҙың хәҙерге һөнәрҙәрҙән тыш, киләсәк һөнәрҙәре менән танышыу мөмкинлеге бар. 2019 йылдың аҙағына проект әҙер булырға тейеш. Унда 22 тармаҡ буйынса яңы һөнәрҙәр күрһәтелә, айырым блок эшҡыуарлыҡҡа арнала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика