06:37 (UTC+5), 16 Сентябрь 2019

Башҡортостанда 8 айҙа 7 өс игеҙ һәм 305 игеҙәк бала тыуған

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда ағымдағы йылдың һигеҙ айында «Бала табыу сертификаттары»н алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 26 меңдән ашыу сабыйы тыуған. Уларҙың 12,5 меңе — ҡыҙҙар, 13,5 меңе — малайҙар, тип хәбәр итә республика буйынса Социаль страховкалау фонды.
Ошо осорҙа Башҡортостанда 7 өс игеҙ һәм 305 игеҙәк донъяға килгән.
Балалар күберәк шаршамбы көндәрендә тыуған — 4,3 меңдән ашыу.
Сабыйҙарҙың буйы һәм ауырлығы үҙгәрешһеҙ ҡала. Ләкин ҡайһы берҙә ысын баһадирҙар тыуа. Әйтәйек, Күгәрсен районында донъяға килгән сабыйҙың буйы — 60 сантиметр, ауырлығы — 5,58 килограмм. Ә Краснокама районында буласаҡ фотомодель тыуған, ҡыҙыҡайҙың буйы 60 сантиметр тәшкил иткән.
«2019 йылдың 8 айында «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе республиканың медицина ойошмаларына 281,5 миллион һумдан ашыу күсергән. Аҡсаны ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөклөлөк осоронда медицина хеҙмәттәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, бала тапҡан һәм бала тапҡандан һуң осорҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бала табыу йорттары, сабыйҙарҙы бер йәшенә тиклем күҙәтеү буйынса хеҙмәттәре өсөн балалар поликлиникалары алған», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика