04:05 (UTC+5), 16 Сентября 2019

«Аманат» журналы милли телдәге иң яҡшы баҫма тип аталды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Аманат» журналы «Тылсымлы һүҙ» Бөтә Рәсәй балалар матбуғаты фестивалендә милли телдәге иң яҡшы баҫма тип аталды. Унда Рәсәй һәм Белоруссия баҫмалары ҡатнашты. Быйыл балалар киң мәғлүмәт саралары конкурсына ғаризалар һаны былтырғы конкурс менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк булды һәм 130 гәзит-журналдан ашып китте, тип хәбәр иттеләр журнал редакцияһынан.
Ғәҙәттәгесә, фестиваль барышында балалар киң мәғлүмәт саралары күргәҙмәһе, шулай уҡ нәшерселәр өсөн түңәрәк өҫтәлдәр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Балалар матбуғаты фестивален йылдағыса Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ булышлығында Матбуғат индустрияһы предприятиелары союзы уҙғара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика