11:44 (UTC+5), 16 Сентябрь 2019

21 сентябрҙә өфөләрҙе беренсе көҙгө өмәгә саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 21 сентябрҙә Өфөлә беренсе көҙгө өмә ойошторола, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Бынан тыш, был көндө «Эшләрбеҙ!» Бөтә донъя таҙалыҡ көнө сиктәрендә экологик акция уҙғарыу күҙаллана.
Дөйөм ҡала өмәһе 10 сентябрҙә башланған биләмәне санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө айлыҡ барышында үткәрелә.
14 октябргә тиклем баш ҡалала юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы ремонтлау, урамдарҙы һәм ихаталарҙы йыйыштырыу, гараж кооперативтары һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу эштәре алып барыла.
Өфө хакимиәте предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәренә беркетелгән биләмәләрҙе, шул иҫәптән тротуарҙарҙы һәм газондарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты.
Ҡала биләмәләрен тәртипкә килтереү буйынса төп эш торлаҡ-коммуналь комплекс хеҙмәткәрҙәре иңенә ята. Ләкин тыуған ҡалаһын төҙөкләндереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. «Санитар йомалар» һәм өмәләр ҙә йәш быуында тыуған ҡалаһына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, тип өҫтәнеләр мэрияла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөлә икенсе дөйөм ҡала өмәһе 5 октябргә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика