05:38 (UTC+5), 13 Сентября 2019

Өфө районында сүп-сар эшкәртеүсе завод барлыҡҡа килеүе ихтимал

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың Өфө районында сүп-сар эшкәртеүсе завод барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был хаҡта «Йәмәғәт электрон гәзите» ойошторған «Башҡортостанда сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу барышы» темаһына түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, тиҙҙән проект республика Хөкүмәтендәге «инвестиция сәғәте»ндә ҡарала.
Чиновник фекеренсә, сүп-сарҙы сорттарға айырыу өсөн тәүҙә инфраструктура булдырырға кәрәк. Октябрьскийҙа был технология әүҙем индерелә, бынан тыш, Октябрьский Рәсәйҙең сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн уңайлы ҡалалары исемлегендә дүртенсе урынды биләй, тип билдәләне ул. 2018 йылда «Гринпис» белгестәре илдең 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән 160 ҡалаһындағы эшмәкәрлекте анализлаған. Беренселә — Мытищи, икенселә — Әлмәт, өсөнсөлә — Волжский, бишенселә — Саранск.
Министр урынбаҫары ла сүп-сар яндырған заводтар асыуҙы хупланы. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре ошондай проекттарҙы ғәмәлгә ашыра башлаған, тейешле тикшеренеүҙәр һәм экспертизалар үткәргән.
«Бындай заводтарға инвестициялар күләме бер нисә миллиард һум, өҫтәүенә сүп-сар яндырыуға тарифтың юғары булыуы мөмкин. Беҙ халыҡҡа ошо хеҙмәт өсөн күпме түләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Сығарғанда заводтар ресурстар, мәҫәлән, электр энергияһын биреүе ихтимал. Электр энергияһына түбән хаҡтар булған саҡта, бындай проект аҙ килемле. Өҫтәүенә ул сүп-сар реформаһы мәсьәләһен хәл итергә һәм беҙҙә булған сүплектәрҙе юҡ итергә мөмкин», — тине Нияз Фазылов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика