Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2019, 10:13

Түбәнге Новгородта «Мостай Кәрим» круиз лайнерын һыуға төшөрҙөләр

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 11 сентябрҙә Түбәнге Новгородта «Красное Сормово» заводында «Мостай Кәрим» круиз лайнерын һыуға төшөрөү тантанаһы уҙҙы. Карап Мәскәү — Әстерхан, Мәскәү — Санкт-Петербург һәм Мәскәү — Дондағы Ростов маршруты буйынса пассажирҙар йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. 2020 йылдың февралендә теплоходты заказсыға тапшырыу күҙаллана, ә 2020 йылдың майында карап тәүге круизға сыға.
Тантанала Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, «Берләшкән караптар төҙөү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте президенты Алексей Рахманов, «Рәсәй Йылға Регистры» федераль автономлы учреждениеһының генераль директоры Евгений Трунин, «Красное Сормово» заводының генераль директоры Михаил Першин, «ВодоходЪ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Виктор Олерский, «ВодоходЪ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ришат Баһауетдинов, «Машпромлизинг» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Бабич, «Диңгеҙ инженер бюроһы»ның генераль директоры Геннадий Егоров, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов һәм уның хәләл ефете Инга Кәримова ҡатнашты.
«Мостай Кәрим» — постсовет тарихында тәүге круиз лайнерҙарының береһе. Теплоход биш йондоҙло отель кимәленә тап килә, ул «йөҙөүсе ҡунаҡхана» тибында проектланған. Бортта ресторан-барҙар, спа-салондар, тренажер залы, бөҙрәхана, өҫкө палубала ял итеп йөрөү өсөн асыҡ зона-солярий була. Караптың оҙонлоғо — 141 метр, киңлеге — 16,8 метр, 342 кеше һыйҙырышлы.
Дүрт палубалы теплоход 2017 йылдың мартында «Красное Сормово» заводында төҙөлә башланы. Лайнер төҙөлөшө «Машпромлизинг» акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында өс яҡлы килешеү сиктәрендә «Водоходъ» компанияһы өсөн алып барыла.
Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) (1919 — 2005) – Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаты, хәрби һәм хеҙмәт наградалары кавалеры. Мостай Кәрим — совет әҙәбиәте классигы, яҙыусы, драматург, публицист, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Йөҙҙән ашыу шиғри һәм проза йыйынтыҡтары, драма әҫәрҙәре авторы, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен төҙөүселәрҙең береһе.
Читайте нас: