04:26 (UTC+5), 12 Сентябрь 2019

Өфөлә Башҡортостан мөфтөйө вазифаһына дәғүәселәр күрһәтелә

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 17 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумында республика мөфтөйө вазифаһына дәғүәселәрҙе раҫларға тейештәр, тип яҙа «Ъ-Өфө», Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков белдереүенә һылтанма менән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдә күп йылдар мөфтиәткә етәкселек иткән Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин рәсми рәүештә вәкәләттәрен һалды, июндә ул арабыҙҙан китте. Ошо ваҡыттан мосолмандарҙың Диниә назараты рәйесе вазифаһын уның урынбаҫары Айнур хәҙрәт Бирғәлин башҡара.
Баҫма хәбәр итеүенсә, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе һайланырға тейешле съезд 16 октябргә билдәләнгән. Вячеслав Пятков һүҙҙәренсә, 55 кешенән торған пленум был вазифаға бер, шулай уҡ бер нисә кандидатура тәҡдим итә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика