06:41 (UTC+5), 08 Сентября 2019

Республикала һайлауҙа Федотов етәкселегендә Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың күҙәтеү төркөмө эшләй башланы

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 8 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың төбәк күҙәтеү төркөмө эшләй башланы.
Көн дауамында эш төркөмө ағзалары Өфө биләмәһендә урынлашҡан һайлау участкаларында граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары бармы-юҡмы икәнен тикшерә.
Тикшереү Өфөнөң Дим районындағы 161-се лицейҙан башланды.
Эш төркөмө составында: Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Михаил Федотов, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Олег Ғәлин, «Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Вероника Андренко, «Рәсәй һайлай» йәмәғәт хәрәкәте вәкиле Зарина Ғәзизова, «Таҙа һайлау өсөн» корпусы» хәрәкәте вәкиле Алексей Старцев, «Тауыш» һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау хәрәкәте етәксеһе Ринат Факиев, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы вәкиле Марсель Сәлимов.
161-се лицей биләмәһендә урынлашҡан 3454-се, 3455-се һәм 29-сы һайлау участкаларын тикшереү барышында хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланманы. Иртәнән партияларҙан йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика