12:18 (UTC+5), 05 Сентября 2019

Республикала Хөкүмәте һайлауҙан һуң отставкаға сыға

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 93-сө статьяһына һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында» Законының 30-сы статьяһына ярашлы, республика Хөкүмәте яңынан вазифаға тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы алдында үҙ вәкәләттәрен һала.
Һайлау комиссияһы тауыш биреүгә рәсми йомғаҡ яһағас, инаугурация датаһы билдәләнә. Унда һайланып ҡуйылған республика Башлығы ике телдә Рәсәй Федерацияһы халҡына һәм конституцияһына, Башҡортостан Республикаһы конституцияһына тоғролоҡҡа ант бирә.
Уның тексы ошондай: «Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, иркен гарантияларға ант итәм».
Шунан һуң һайланып ҡуйылған республика Башлығы рәсми рәүештә вазифаһын башҡара башлай һәм бөтә хөкүмәт отставкаға сыға — закон шуны талап итә.
Министрҙар яңылары тәғәйенләнгәнсе вазифа башҡарыусы тигән ҡушылма менән эшләй.
Һайлауға яҡынса йомғаҡ 9 сентябрҙә иртән билдәле була. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәсми һөҙөмтәләрҙе һайлауҙан һуң 10 көн дауамында баҫтырып сығара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика