15:32 (UTC+5), 05 Сентябрь 2019

Республика етәксеһе Өфө дауаханаһында «Аҡыллы ҡабул итеү» һәм онкоярҙам үҙәге эше менән танышты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Быйылдан Башҡортостандың биш дауаханаһында — 17-се, 13-сө, 21-се ҡала клиник дауаханаларында, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында, Республика кардиология үҙәгендә «Аҡыллы ҡабул итеү» проекты ғәмәлгә ашырыла.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһына барҙы. Медицина учреждениеһының баш табибы Эльза Сыртланова әйтеүенсә, «Аҡыллы ҡабул итеү»ҙәрҙең майҙаны шартлы рәүештә өс зонаға бүленә: йәшел, ҡыҙғылт һары һәм ҡыҙыл. Ҡыҙыл зонаға ауыр хәлдәге, операция һәм реанимация талап ителгән пациенттар эләгә. Статистика буйынса, ундайҙар 10 процент. Ҡыҙғылт һары зонаға реанимация һәм ашығыс ярҙам талап ителгәндәр килтерелә – 30 процент. Йәшел зонаға үҙаллы атлай алған, ғүмеренә хәүеф янамаған пациенттар эләгә (яҡынса 60 процент). Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин билдәләүенсә, «аҡыллы ҡабул итеү бүлексәһе»нең яҡынса хаҡы, әгәр өр-яңы булһа, операция биналарын һәм ауыр ҡорамалдарҙы иҫәпкә алып, 500 миллиондан 1 миллиард һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин.
«Был инде медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙең икенсе кимәле, ул ашығыс рәүештә килтерелгән сирлене дауалау тактикаһы тураһында ҡарарҙы тиҙерәк ҡабул итергә, маршрут билдәләргә, ҡабул итеү бүлмәһендәге шарттарҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирә», — тине Максим Забелин. Ҙур стационарҙарҙа ла ошондай үҙәктәр бар, лидерҙар — Санкт-Петербург һәм Мәскәү, шулай уҡ Волгоград, Ҡазан, Яр Саллы һәм Элиста ҡалаларында ошондай үҙәктәр эшләй. Башҡортостанда әлегә «аҡыллы ҡабул итеүҙәр» республика һәм ҡала дауаханаларында индерелә.
Быйыл 13-сө дауаханала ла амбулатор онкология ярҙамы үҙәге үҙ эшен башланы, дөйөм алғанда, республикала 13 муниципаль-ара үҙәк булдырыла.
«Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» милли проекты сиктәрендә 13-сө дауахана йәй көнө ике яңы портатив ультратауыш аппараты алды.
Радий Хәбиров шулай уҡ «Һаҡсыл производство» принциптары индерелгән поликлиниканың эше менән танышты. Бында уға сирҙәр, диспансерлаштырыу һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһында мәғлүмәт тупланған «Һаулыҡ һаҡлау графикаһы» модулен, клиника-диагностикалау лабораторияһын күрһәттеләр. Максим Забелин республикала ошондай лабораторияларҙы үҙәкләштерергә йыйыныуҙары тураһында һөйләне. Был эш сифатын яҡшыртырға, ҡорамалды яңыртырға, биналарҙы төҙөкләндерергә һәм яҡынса 500 миллион һумды экономияларға мөмкинлек бирәсәк.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика