09:43 (UTC+5), 04 Сентябрь 2019

Республиканың алыҫтағы ауылдарында 3 мең социаль объект интернетҡа тоташтырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда «Һанлы иҡтисад» милли программаһы буйынса алыҫтағы күп кенә ауылдарға юғары тиҙлекле интернет килә. Мәктәптәр, ФАП-тар, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары һәм башҡа социаль әһәмиәтле объекттар интернетҡа тоташтырыла.
«Социаль әһәмиәтле учреждениелар интернетҡа федераль бюджет аҡсаһына Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән «Башинформсвязь» йәмғиәте араһындағы дәүләт килешеүе сиктәрендә тоташтырыла. Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттарҙы тоташтырыу федераль ҡаҙнаға 1,7 миллиард һумға төшә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Килешеү шарттарына ярашлы, өс йыл дауамында республиканың 2774 социаль әһәмиәтле объекты интернетҡа тоташтырыла.
Әйтәйек, быйыл 722 объектты йәки социаль әһәмиәтле объекттарҙың дөйөм һанынан 26% интернетҡа тоташтырыу күҙаллана. Киләһе йылда тоташтырылған объекттар һаны 888-гә етергә тейеш. 2021 йылда 1164 социаль әһәмиәтле объектты (40% ашыу) интернетҡа тоташтырыу күҙаллана.
Эштәр тамамланғас, элемтә операторының төҙөлгән инфраструктураны ошо уҡ ауылдарҙа физик һәм юридик берәмектәрҙе интернетҡа тоташтырыу өсөн файҙаланыуы күҙ уңында тотола.
«Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһы ил президенты Владимир Путиндың май указы менән башланды. Социаль әһәмиәтле проекттарҙы интернетҡа тоташтырыу «Һанлы иҡтисад» милли программаһының «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика