08:39 (UTC+5), 02 Сентябрь 2019

Өфөләр эштә лә, өйҙәрендә лә өшөй: йылытыу миҙгеле ҡасан башлана?

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә августың һуңғы көндәре һәм сентябрь башы көҙ миҙгеле кеүек һалҡын булды. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙә фатирҙарында ла, офистарҙа ла өшөүҙәре хаҡында яҙа. Һалҡындан һаҡланыу өсөн берәүҙәр — йылы кейемдәр, башҡалар кондиционерҙар һәм йылытҡыстар менән файҙалана.
Ҡала властары билдәләүенсә, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙе көйләгән федераль ҡануниәткә ярашлы, һауа температураһы биш көн рәттән +8 градустан түбән төшһә, йорттарға йылы бирелә башлай. Ләкин билдәләнгән температура сиген көтмәйенсә лә йылы биреүҙе һорап ғариза яҙырға мөмкин. Бының өсөн торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышында тейешле ҡарар ҡабул итеп, протоколды идара итеүсе компанияға ебәрергә кәрәк. Ресурс менән тәьмин итеүсе компания ошо ғариза нигеҙендә йылылыҡ энергияһын тапшыра башлай. Әгәр коллектив ҡарар ҡабул ителмәһә, йортҡа йылы биреү датаһын идара итеүсе компания хәл итә.
Ә синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 8 сентябрҙән һуң һалҡын һауа торошо «әбейҙәр сыуағы» менән алмашына. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, йылы һәм ҡояшлы көндәр оҙаҡ ҡына — ике аҙна самаһы дауам итә. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +26 градусҡаса күтәрелә. Төндә лә +15 градусҡа тиклем йылы була. Ҡырау көтөлмәй.
Уҙған йылда йылытыу миҙгеле – 28 сентябрҙә, ә 2017 йылда 26 сентябрҙә башланды. Быйыл, йола буйынса, йылыны сентябрь аҙағында бирәләр. Тәү сиратта балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм дауалау учреждениеларына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика