04:09 (UTC+5), 02 Сентября 2019

Башҡортостанда «Янғантау» ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде

Рөстәм Сиражетдинов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде. Ҡарар Индонезияла Гили Траванган утрауында уҙған Совет ултырышында ҡабул ителде.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров геопарк ойоштороуҙа һәм уны халыҡ-ара кимәлдә үҫтереүҙә ҡатнашҡандарҙың һәммәһен дә ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе әлеге ваҡытта республика биләмәһендә тағы бер геопарк – «Торатау» – булдырыу эшен дауам итеүҙәрен әйтте.
«Янғантау» геопаркы менән таныштырыу сараһы ла 3-6 сентябрҙә Индонезияла алтынсы Азия-Тымыҡ океан геопарктар селтәре симпозиумында уҙа.
Шуны билдәләп үтәйек: әлеге ваҡытта ЮНЕСКО-ның геопарктар селтәрендә донъяның 41 иленән 147-нән ашыу объект иҫәпләнә. Ошо статусты алғас, Башҡортостандың үҙ төбәген һәм геопаркты донъя кимәлендә танытыу, сит илдәрҙән туристар йәлеп итеү мөмкинлеге асылды.
«Янғантау» геопаркы 1774 квадрат километр майҙанда урынлашҡан. Унда Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл исемлегенә, Рәсәйҙең һәм республиканың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән төрлө үҫемлектәр һәм йәнлектәр бар. Рәсәйҙең Милли һәм халыҡ-ара әһәмиәткә эйә төп орнитологик биләмәһе – Өфө яҫы таулығы ла ошонда. Туғыҙ тәбиғи һәм геологик объект һаҡлана һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре селтәренә инә.
Бынан алда «Башинформ» ЮНЕСКО геопаркы статусының Янғантауға нимә биреүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика