07:10 (UTC+5), 02 Сентября 2019

Башҡортостанда үлгән малайҙың йорто алдында сәскәләр һәм сабыйҙың фотоһы урынлаштырылды

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Дүртөйлө районы ауылында үҙ әсәһе ҡулынан һәләк булған бер йәшлек малайҙың йорто алдында — аҡ сәскәләр, ә ҡоймала сабыйҙың фотоһы урынлаштырылды. Урында йәшәүселәр социаль селтәрҙә енәйәт ҡылынған урындан фотоһүрәт менән бүлеште.
«Ҡайғырабыҙ... Йомшаҡ болоттар, Тимур. Фотоны баланың атаһы ҡуйған. Уны шишәмбе көндө ерләйҙәр. Теләгәндәр бәхилләшергә килә ала», — тип яҙҙы фотоһүрәттәр авторы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 29 августан алып йөҙҙән ашыу кеше бер йәшлек малайҙы эҙләне. 31 августа төндә 28 йәшлек әсә үҙ сабыйын быуып үлтереүе һәм ихатаһына күмеп ҡуйыуын таныны. Хәҙер ҡатын ҡулға алынған. «Сабыйҙы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика