Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.23
90.97
+0.41
70.16
+0.64
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2019, 12:54

Баш ҡалала «Торатау» конгресс-холы янындағы парковканы ябалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 5 сентябрҙә таңғы сәғәт 6-нан 8 сентябргә төнгө 12-гә тиклем Өфөлә автомобилдәргә «Торатау» конгресс-холы янындағы парковкаға инеү тыйыла. Ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, был «Сәләм, студент!» байрамын ойоштороу менән бәйле.
Бынан алда «Башинформ» 6 һәм 7 сентябрҙә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда йәштәр көнө һәм студенттар байрамы ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйне. Унда асыҡ һауала дискотека, брейк-данс буйынса чемпионат, Йәйге КВН Кубогы, VIA CHAPPA төркөмө сығышы һәм мотоцикл уйнатыу ҡаралған.
Читайте нас: