Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2019, 11:45

Республика урмандарында санитар хәүефһеҙлек айлығы үткәрелә

ӨФӨ, 2019 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Йәшә, урман!» Бөтә Рәсәй акцияһы барышында 2019 йылдың 1 сентябренән 1 октябргә тиклем урман фондында санитар хәүефһеҙлек айлығы уҙғарыла.
Был осорҙа республиканың Урман хужалығы министрлығы һәм уның ҡарамағындағы учреждениелар ҡырҡындыларҙы таҙартыу буйынса өмәләр үткәрә, шулай уҡ урмандарҙы көнкүреш һәм төҙөлөш сүп-сарынан таҙартыу буйынса саралар ойоштора, шул иҫәптән халыҡ күп йөрөгән урындарҙа.
Урмандарҙа санитар хәүефһеҙлек өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға, шул иҫәптән урмандарҙа санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҡануниәттә ҡаралған яуаплылыҡ тураһында һөйләргә тейеш.
Башҡортостандың район хакимиәттәренә лә муниципаль район биләмәләрендә урынлашҡан предприятиеларҙы, ойошмаларҙы һәм учреждениеларҙы, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы, шул иҫәптән ирекмәндәрҙе йәлеп итеп, урман фондына яҡын биләмәләрҙе (тораҡ пункттарҙы, автомобиль юлдарын, башҡа социаль объекттарҙы) таҙартыу буйынса көҙгө экологик акциялар ойошторорға тәҡдим ителде.
Читайте нас: