07:45 (UTC+5), 28 Август 2019

Республика студенты WorldSkills Kazan 2019 чемпионатында «Юғары оҫталыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан студенты Илмир Сәйетбатталов WorldSkills Kazan 2019 донъя чемпионатында «Юғары оҫталыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Ул һөҙөмтәһе — 710 мәрәй. «Ташты архитектур эшкәртеү» компетенцияһында ул, мәрәйҙәр буйынса Франция (735), Австрия (736) һәм Ҡытай (743) вәкилдәренән ҡалышып, дүртенсе урынды алды.
Ярышҡа йомғаҡ 27 августа «Ҡазан Арена» стадионында WorldSkills Kazan 2019 чемпионатын ябыу тантанаһында яһалды. Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм WorldSkills International Президенты Саймон Бартли ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ойоштороусылар Леван Горозия, Димаш Кудайберген, Zventa Sventana, BRIO SONORES, шулай уҡ LOBODA һәм Филипп Киркоров кеүек артистар ҡатнашлығында сағыу программаһы әҙерләгәйне.
Чемпионатта Рәсәйҙең милли йыйылмаһы 22 миҙал яуланы. Рәсәй командаһы иҫәбендә — 14 алтын, дүрт көмөш, дүрт бронза миҙал һәм профессионализм өсөн 25 медальон. Дөйөм миҙалдар иҫәбе буйынса беҙҙе йыйылма икенсе урынды алды. Беренсе урында — Ҡытай, өсөнсөлә — Көньяҡ Корея.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Сибай күп профилле һөнәрселек колледжы студенты, Башҡортостандың Хәйбулла районы егете Рәсәй Федерацияһының милли йыйылмаһы составына инде.
Дүрт көн дауамында «Ҡазан Экспо» халыҡ-ара күргәҙмә үҙәге биләмәһендә компетенцияла ҡатнашыусылар оҫталыҡты баһалау өсөн халыҡ-ара эксперт берләшмәһе һәм индустрияның төп компаниялары әҙерләгән эштәрҙе башҡарҙы.
Донъя чемпионатында 63 илдән һәм төбәктән 1300-ҙән ашыу конкурсант ҡатнашты. Донъяның төрлө илдәренән килгән йәш профессионалдар 56 компетенцияла ярышты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика