12:48 (UTC+5), 27 Августа 2019

Салауат Сәғитов — Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 27 августа Рус география йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең дөйөм йыйылышында Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры, хәҙер БДПУ ректоры Салауат Сәғитов ойошманың яңы етәксеһе итеп һайланды.
Йыйылышта ҡатнашҡан йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының күпселеге Салауат Сәғитовтың кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе. Рус география йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең элекке етәксеһе Вячеслав Аброщенко 2014 йылдан алып Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһен етәкләгән Камил Йыһаншин киткәндән һуң 2019 йылдың мартынан ойошмаға рәйес вазифаһын башҡарыусы статусында етәкселек итте.
Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев яңы етәксе һайлау бүлексәнең эшенә ҙур этәргес бирер тигән ышаныс белдерҙе. Ойошма алдында туризм өсөн шарттар тыуҙырыу, яңы маршруттар асыу, белем арттырыу, экспедиция эшен алып барыу бурыстары тора.
Ойошманың уставына ярашлы, Рус география йәмғиәте бүлексәһе рәйесе алты йылға һайлана.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары итеп бер тауыштан Вячеслав Аброщенко тәғәйенләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика