09:09 (UTC+5), 26 Август 2019

«Роспотребнадзор»ҙа уҡыусылар өсөн тәҡдим ителгән прививкалар исемлеге менән таныштырҙылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Роспотребнадзор»ҙа мәктәп йәшендәге балалар өсөн тәҡдим ителгән прививкалар исемлеге менән таныштырҙылар. Тейешле вакциналарҙың тулы исемлеге ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.
Тәҡдимдәрҙән сығып, 6-7 йәшкә балаға туберкулездан — бер, пневмокок инфекциянан — өс, b тибындағы гемофиль инфекциянан — өс, гепатиттан — өс прививка, грипҡа ҡаршы йыл һайын вакцинация, полиомиелиттан биш прививка, быума йүтәлдән, дифтериянан һәм ҡарыштырыуҙан дүрт прививка, эпидемик паротиттан, ҡыҙылсанан бер прививка кәрәк.
«Беренсе класҡа килгәс, балалар яңы, ғәҙәти булмаған мөхиткә барып эләгә, юғары интеллектуаль һәм эмоциональ көсөргәнешкә дусар була, стресс кисерә һәм ҡатмарлы яраҡлашыу этабын үтә, быларҙың барыһы ла иммунитетты ҡаҡшата. Был осорҙа балалар инфекция сирҙәренә айырыуса ныҡ бирешеүсән һәм яҡлауға мохтаж», — тип иҫәпләй белгестәр.
Табиптар үҙ ваҡытында яһалған вакцинация һәм ревакцинация баланы инфекциянан һаҡлай һәм дәрестәрҙе ҡалдырыуға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә тип билдәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика