07:20 (UTC+5), 23 Август 2019

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙәге уҡыусыларға ниндәй льготалар ҡаралған?

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан ҡануниәтендә уҡыусылар тәрбиәләнгән күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн льготалар ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, беренсенән, ата-әсә мәктәп формаһын һатып алыуға киткән сығым өсөн компенсация алырға хоҡуҡлы. Был льгота менән ике йылға бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Икенсенән, уҡыусылар мәктәп ашханаһында бушлай туҡлана ала. Тағы бер сара беренселәргә ҡағыла: уҡыу йылы башланыр алдынан уларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы, шул иҫәптән артмаҡлы сумка бирелә.
Льгота 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләргә бирелә. Льгота алыу өсөн бала уҡыған мәктәпкә бөтә тейешле документтарҙы килтерергә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ғариза яҙыу, паспорт, ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуын раҫлаған белешмә, магазиндан чек (мәктәп формаһы өсөн компенсация алған осраҡта) талап ителә.
Льготалар биреүҙең тулы механизмы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 1 апрелендәге Ҡарарында яҙылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика