Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.14
-0.32
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2019, 16:34

Татарстанда мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе хәл ителә

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстанда башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе хәл ителә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Рәсәй төбәктәре башҡорттары менән осрашыуынан һуң Яр Саллы ҡалаһы урта мәктәптәренең береһендә башҡорт класын асыу тураһында фекер алышыу тергеҙелде.
21 августа Яр Саллыла Башҡортостандың һәм Татарстандың мәғариф министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләһе буйынса ҡала халҡы менән осрашты. Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Яр Саллы ҡалаһы уҡытыусыларының август кәңәшмәһе эшендә ҡатнашты, Татарстандың Мәғариф министрлығы, Саллы муниципалитеты һәм уҡытыусылар менән осрашыуҙар үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан вәкилдәре туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республикала 14 туған тел өйрәнелә, уҡытыу Башҡортостан халыҡтарының алты телендә алып барыла.
Ата-әсәләр менән дә осрашыу ойошторолдо. Халыҡтар дуҫлығы йортонда 100-ҙән ашыу кеше йыйылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, Татарстан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илсур Хәдиуллин, Яр Саллы ҡалаһы Ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Рәмил Хәлимов ата-әсәләр һәм Татарстандың башҡорт ойошмалары вәкилдәре менән туған телдәрҙе өйрәнеү, ҡалала башҡорт класын асыу мөмкинлектәрен тикшерҙе, ата-әсәләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
«Беҙ Яр Саллы мәктәптәренең береһендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләһе тураһында фекер алышабыҙ. Муниципалитет балалар баҡсаһында ла төркөм асырға тәҡдим итә», — тине «Башинформ» агентлығына Эльвира Айытҡолова.
Тел мөхитенә булышлыҡ итеү өсөн Айбулат Хажин ҡала мэры Наил Мәһәҙиевҡа ҡалаға бүләк — Яр Саллы мәктәптәренең береһендә башҡорт теле кабинетын йыһазландырыуға сертификат тапшырҙы. «Шоңҡар» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы һәм «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле яңы сәхнә костюмдары алды.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, элекке йылдарҙа мәктәптә башҡорт теле уҡытылған, ә һуңынан Йәкшәмбе мәктәбе ҡарамағына тапшырылған. Ләкин хәҙер күп кенә башҡорт ғаиләләре туған телен өйрәнергә теләүе тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Осрашыуҙа балалар ҙа ҡатнашты. Улар өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Тамыр» телерадиоканалы менән берлектә бүләк әҙерләгәйне. «Тамыр» каналы артистары һәм йәш журналистар ҙа Яр Саллы ҡалаһына килде. «Тамыр» интерактив уйын программаһы, мауыҡтырғыс конкурстар, концерт ойошторҙо. Уйындарҙа балаларҙан тыш, уларҙың ата-әсәләре лә ҡатнашты. Сәфәр йомғаҡтары буйынса «Был — беҙ» проектының махсус сығарылышы төшөрөлә.
Сара «Татарстан Республикаһында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре» проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Читайте нас: