07:54 (UTC+5), 22 Августа 2019

Рәсәйҙә «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индереүҙәре ихтимал

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индереүҙәре ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Борис Чернышов сығыш яһаған, тип хәбәр итә RT.
Депутат вице-премьер Татьяна Голиковаға тейешле мөрәжәғәт ебәргән. Һәр ғаиләнең дә балаһын мәктәпкә әҙерләү мөмкинлеге юҡ, айырыуса төбәктәрҙә, тигән фекерҙә ул. Уның һүҙҙәренсә, ата-әсә, башҡа сығымды кәметеп, уҡыу кәрәк-яраҡтарын һатып алыу өсөн сығымды арттырырға мәжбүр.
Шуға күрә Чернышов «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итә. Уның сиктәрендә ата-әсәләргә мәктәп сығымдарын ҡаплау өсөн өҫтәмә аҡса бүленергә тейеш.
Финанс ярҙамының аныҡ суммаһы әйтелмәй.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөлә ата-әсәләр бер баланы яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн уртаса 8,4 мең һум тотонған. Был — тикшереү үткәрелгән ҡалалар араһында дүртенсе урын. Ҡиммәтселек буйынса тәүге өс урында Красноярск һәм Новосибирск (9 мең һум), Мәскәү (8700), Ҡазан (8500) килә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика