08:48 (UTC+5), 22 Августа 2019

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 69 проекты Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеү яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Конкурсҡа бөтәһе 229 ғариза бирелгән. 69 проектҡа грант ярҙамы тапшырыла.
Грант аҡсаһын — 50 миллион һумды — республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары үҙ-ара бүлеште.
Бер миллион һумдан ашыу сумманы түбәндәге проекттар алды:
«Башҡортостан Республикаһында Халыҡ-ара КВН кубогы-2019» (Өфө ҡалаһының шаяндар һәм отҡорҙар клубы),
«Сәләмәт коллектив — сәләмәт республика» (Башҡортостан Республикаһында «Ыңғай мөхит» ойошмаһы),
«Коммерция ҡарамаған ойошмаларҙың йәнле селтәре» (Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды),
«Башҡортостан Республикаһындағы социаль әүҙем ғаиләләрҙең «Өлгө ал!» фестивале («Импульс» халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы).
«Следж райондарға бара!» («Башҡортостан пираттары» следж-хоккей клубы),
«Йәнле һан» математика күргәҙмәһе («ИНТЕЛЛЕКТУС» мәҙәни-танып блеү үҙәге), «Йәшлек» гәзитенең Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы – уҡыусы йәштәр араһында ижади конкурс» (Башҡортостандың Журналистар союзы).
Башҡортостан Башлығы гранттарын отҡан конкурс проекттары менән «Башҡортостан Республикаһы гранттары» мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика