04:09 (UTC+5), 21 Августа 2019

Фәрит Ғилманов — республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыу бурысы министрҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән Фәрит Ғилмановҡа йөкмәтелде. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ведомствоның элекке етәксеһе Алексей Карпухин үҙ теләге буйынса министр вазифаһын ҡалдырҙы.
Белешмә. Фәрит Ғилманов 1976 йылдың 8 февралендә Ишембай районының Ҡыҙыл Октябрь ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын хәүефһеҙлеге институтын, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Санкт-Петербург дәүләт янғын хеҙмәте университеты адъюнктураһын тамамлай, педагогия фәндәре кандидаты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса янғын бүлеге начальнигы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Респаубликаһы буйынса дәүләт янғын күҙәтеү идаралығының Салауат ҡалаһы дәүләт янғын инспекцияһы бүлеге начальнигы булып эшләй. 2011 йылдың апреленән — Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы. 2019 йылдың февралендә республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика