12:35 (UTC+5), 20 Августа 2019

Республикала алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары ике тапҡырға кәмегән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда 343 кеше химик этиологиялы киҫкен ағыуланыуҙан һәләк булған. 2019 йылдың ғинуар-июль айҙарында «Роспотребнадзор»ҙа ошондай 1618 осраҡ теркәлгән.
100 мең халыҡҡа 19,3 — төбәктең алкоголдән ағыуланыу йәһәтенән күрһәткесе. Иң юғары кимәл Стәрлетамаҡта, Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө райондарында, Октябрьскийҙа, Бәләбәйҙә, Туймазыла, Күмертауҙа, Баймаҡта, Сибайҙа, Өфөлә, Өфө, Стәрлебаш, Ҡалтасы һәм Туймазы райондарында теркәлгән.
Башҡортостанда йәшәүселәр йышыраҡ этил спиртынан (88,2%), ялған алкоголдән (3,7%), метанолдан һәм метил спиртынан (3,3%) ағыулана. Быйыл спиртлы продукция ҡулланғандан һуң 113 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарағанда, ике тапҡырға аҙыраҡ (212 осраҡ). Өфөлә (21), Стәрлетамаҡта (8), Күмертауҙа (5), Белоретта, Бәләбәйҙә, Салауатта, Яңауылда (3-әр), Баймаҡта, Бөрөлә, Мәләүездә, Нефтекамала (2-шәр), Ишембайҙа, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Туймазыла (1-әр); Ҡырмыҫҡалы (6), Өфө, Нуриман (4-әр), Ауырғазы, Ҡалтасы (3-әр), Белорет, Благовещен, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Шаран (2-шәр), Әлшәй, Архангел, Асҡын, Бәләбәй, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Федоровка, Шишмә райондарында (1-әр осраҡ) иҫерткес эсемлектәрҙән һәләк булыусылар күп.
Шулай уҡ балаларҙың алкоголдән ағыуланыу осраҡтары бар: Стәрлетамаҡта — биш (8-ҙән 14 йәшкәсә), Бөрөлә (13 йәш), Нефтекамала (13 йәш), Мишкә районында (13 йәш) берешәр осраҡ.
Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылдан республикала алкоголгә ҡаршы әүҙем көрәш башланыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика