04:08 (UTC+5), 20 Августа 2019

Республика урмандарында янғын хәүефе янауы сәбәпле патрулде көсәйтәләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Көндәрҙең ҡоро тороуына һәм урмандарҙа янғын хәүефенең артыуына бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының урман-янғын бүлектәре «Юғары әҙерлек» режимына күсерелде, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
«Урмандарҙы һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙе патрулләү көсәйтелә. Был осорҙа халыҡтың урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген үтәүенә, шулай уҡ ҡуртымға алынған урман участкаларында янғынға ҡаршы әҙерлек сараларын үткәреүҙе контролдә тотоуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә», — тиелә белдереүҙә.
Урман фонды биләмәһендә 2019 йылдың 13 апреленән 16 авгусына тиклем 146 урман янғыны теркәлгән, уларҙың 57-һе — халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, 36-һы ҡоро үлән яндырыуҙан таралған, икәүһе — линиялы объекттарҙан, 50-һе йәшендән сыҡҡан, берәүһе үҙенән-үҙе янып киткән. Янғындың дөйөм майҙаны 1965 гектар тәшкил иткән.
Янғын хәүефе янаған осраҡта Башҡортостан Урман хужалығы ҡарамағындағы Төбәк диспетчер хеҙмәте телефонына (347) 218-14-14) йәки Урман һағының берҙәм федераль номерына (8-800-100-94-00) шылтыратырға, янғын сығанағын һүндереү өсөн мөмкин булған сараларҙы күрергә кәрәк.
Бынан тыш, «Урманды һаҡлағыҙ» ҡушымтаһы бар, уны Google play, App Store, Windows Store сервистарынан күсереп алырға була, ул тотош илдә ғәмәлдә һәм урман һағы менән бәйләнешкә инергә мөмкинлек бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика