Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2019, 10:01

Эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрҙең алкоголь ҡулланыу-ҡулланмауын тикшерә башлауы ихтимал

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Эш биреүселәр предприятие һәм учреждение хеҙмәткәрҙәренең алкоголь ҡулланыу-ҡулланмауын тикшерә башлауы ихтимал. Был хаҡта бөгөн «Известия» хәбәр итте.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Эшләүселәрҙең сәләмәтлеген нығытыу» программаһы сиктәрендә ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Ведомство шул рәүешле производствола бәхетһеҙ осраҡтар һанын кәметергә мөмкин тип иҫәпләй.
Тест үткәреү өсөн алкотестер файҙаланылыр, моғайын.
Бынан тыш, программа спиртлы эсемлекһеҙ корпоративтар ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Төп маҡсат — алкоголдең байрамдың төп өлөшө булмауын күрһәтеү.
17 августа ла Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эш биреүселәргә штрафтар һәм дәртләндереү системаһы ярҙамында эштә тәмәке тартыу менән көрәшергә кәңәш бирҙе.
Читайте нас: