06:20 (UTC+5), 19 Августа 2019

«Башҡортостан лидерҙары» конкурсының финалына 72 ҡатнашыусы сыҡты

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проектының «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсының ярымфиналы йомғаҡтары буйынса, финалға 72 ҡатнашыусы сыҡты.
Ойоштороу комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, уларҙың уртаса йәше — 33, иң өлкәненә — 44, иң йәшенә — 25 йәш. Ир-егеттәр — 81%, ҡатын-ҡыҙҙар 19% тәшкил итә. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге Өфөнән — 76%. Финалсыларҙың 17% сәнәғәт өлкәһендә эшләй, 11%— дәүләт хеҙмәтендә һәм финанс эшмәкәрлегендә, 10%— медицинала һәм сауҙала. Ҡатнашыусылар башлыса инглиз телен база кимәлендә белә, немец, япон, төрөк, француз телдәрен белгәндәр аҙыраҡ.
Конкурс еңеүселәренә дәүләт структураларында эшләргә тәҡдим итәләр.
Алдан хәбәр ителгәнсә, «Башҡортостан лидерҙары» проекты республика Башлығы Хакимәте тарафынан заманса һәм һәләтле идара хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау өсөн ғәмәлгә ашырыла. Конкурсҡа бөтәһе дүрт мең ғариза бирелде. Конкурсанттар тест, анкета, әңгәмәләшеүҙәр рәүешендә һайлап алынды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика