04:17 (UTC+5), 16 Августа 2019

Республикала йыл башынан ете өс игеҙ бала һәм 244 игеҙәк тыуған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдың башынан Башҡортостанда 244 игеҙәк һәм ете өс игеҙ бала теркәлгән. Был хаҡта республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Сибайҙың ЗАГС бүлегендә Кудияровтар ғаиләһе ҡыҙҙары тыуыуы тураһында ике таныҡлыҡ алды. Улар — ағымдағы йылда ҡалала алтынсы игеҙәк.
«Беҙ 2011 йылда өйләнештек, шуға күрә ҡыҙҙарыбыҙ бик теләп, көтөп алынған. Йәшәй башлағас та ирем менән ҡыҙыбыҙға Екатерина тип исем ҡушырбыҙ тип хыяллана инек. Ике ҡыҙ буласағын белгәс, тәүгеһенә шунда уҡ уҡ Маргарита тигән исем бирҙек, улар донъяға килгәс, икенсеһенә ниндәй исем һайларға тип оҙаҡ баш ваттыҡ. Аҙаҡтан Екатерина тураһында хыялыбыҙ иҫкә төштө. Сабыйҙарыбыҙға бына шундай исемдәр ҡуштыҡ!» — тип уртаҡлашты әсә Юлия Кудиярова.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы август башында Өфөнөң Октябрь районы башлығы Сергей Плотниковтың Исламовтар ғаиләһен өс игеҙ балалары тыуыуы менән ҡотларға килгәне хаҡында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика