11:06 (UTC+5), 16 Август 2019

Башҡортостандың ҡала-райондарында «Бөтәһе лә һайлауға» конкурсының иң яҡшы һүрәттәре элеп ҡуйылған

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының «Бөтәһе лә һайлауға» конкурсында 128 бала һәм өлкән кеше ҡатнашҡан. Бер айҙа ведомствоға 150-нән ашыу эш килгән. Яңауыл районы (30 плакат), Салауат (25), Өфө ҡалаһының Дим районы (22), Орджоникидзе районы (15) ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Конкурста шулай уҡ Ейәнсура, Дәүләкән, Бәләбәй, Саҡмағош, Ҡариҙел, Салауат, Ишембай һәм Дыуан райондары, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Сибай халҡы ҡатнашҡан.
Һайлаусылар 2019 йылдың 8 сентябрендә участкаға килеп, Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттарҙың береһенә һәм депутаттарға тауыш бирһен өсөн бөгөн ҡалаларҙа һәм райондарҙа иң яҡшы рәсемдәрҙе элеп ҡуйҙылар. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, төрлө йәш категорияларында (14 йәшкә тиклем, 14-18 йәшкәсә һәм 18 йәштән өлкәндәр) 62 эш призлы урын алған. Еңеүселәрҙең береһе — Өфөнөң Киров районы атайҙары советы рәйесе, 49 йәшлек Азамат Юлбарыҫов. Ул беренсе кластан һынлы сәнғәт менән мауыға, башлыса, пейзаж төшөрә.
«Беҙ һайлау темаһын һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы байрамын берләштерергә теләп, «100 процентҡа тауыш биреү» тигән саҡырыуҙы һайланыҡ», — тине Азамат Юлбарыҫов.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында конкурс призерҙарының исемдәрен атанылар:
«14 йәшкәсә ҡатнашыусылар» категорияһында
беренсе урын – Камила Хәлилова (Салауат);
икенсе урын – Милана Дорминдонтова (Өфө);
өсөнсө урын – Софья Фәхретдинова (Салауат);
«14-18 йәшлек ҡатнашыусылар» категорияһында
беренсе урын – Артур Ғарипов (Өфө);
икенсе урын – Булат Ситдиҡов (Саҡмағош районы);
өсөнсө урын – Александр Окулов (Салауат);
«18 йәштән өлкән ҡатнашыусылар» категорияһында
беренсе урын – Азамат Юлбарыҫов (Өфө);
икенсе урын – Валентина Әмирханова (Яңауыл районы);
өсөнсө урын – Ольга Булатова (Дыуан районы).
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика