09:45 (UTC+5), 16 Августа 2019

Баш ҡалала «Һөт иле» фестивале уҙғарылған көндәрҙә транспорт хәрәкәте сикләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Һөт иле» фестивале уҙғарылған көндәрҙә автотранспорт хәрәкәте сикләнә. «Торатау» конгресс-холы янындағы парковка һәм Зәки Вәлиди урамының Ғафури урамынан алып Аксаковка тиклемге өлөшө 22 августа иртәнге сәғәт 10-дан 25 авгусҡа киске 8-гә тиклем ябыла. Ошо хаҡта фестивалде ойоштороусылар республика Ауыл хужалығы министрлығындағы матбуғат конференцияһында хәбәр итте.
Был байрамда эшләйәсәк ҡорамалды килтереү һәм урынлаштыру менән бәйле.
Быйыл Өфөлә «Һөт иле-2019» фестивале 24 августа була. Фестивалдең девизы: «Һөт эс – позитив бул»!
Уҙған йылда фестивалгә 50 меңдән ашыу кеше килгән. Эшлекле программа ҡаралған. Фестиваль барышында, былтырғы кеүек үк, «Эшлекле иртәнге аш» ойошторола.
Быйыл «Һөт иле»ндә тәүге тапҡыр Киров өлкәһе, Удмурт Республикаһы һәм Башҡортостан биләмәләре аша үткән VIII «Һөткә — юл!» автоуҙышында ҡатнашыусылар килә. Уның составында — эре инвесторҙар, уларға республика биләмәһендә эшләү мөмкинлеген күрһәтәләр. Инвесторҙарҙы Стәрлетамаҡ һәм Бәләбәй һөт комбинаттары, шулай уҡ мегафермалар менән таныштырыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика