15:25 (UTC+5), 15 Август 2019

Республикала биш көнлөк уҡыу аҙнаһы өсөн уҡыусы календары донъя күрҙе

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты алдағы йылға (2019/2020) биш көнлөк уҡыу аҙнаһы өсөн уҡыусы календарын баҫтырып сығарҙы. Яҡынлашып килгән уҡыу йылында беренселәр — 33, икенсе-һигеҙенсе класс уҡыусылары — 35, туғыҙынсы-ун беренселәр 34 аҙна уҡый, тип билдәләне белгестәр.
Көҙгө каникулдар 28 октябрҙә башлана һәм һигеҙ көн дауам итә. Ҡышҡыһы 30 декабрҙә башланып, 2020 йылдың 12 ғинуарында тамамлана. Яҙғы каникулдар иһә 23 марттан 30-ына тиклем. Шулай итеп, беренсе кластар – 135, 2-8 кластар – 122, ә 9-11 кластар – 135 көн (дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын иҫәпкә алмайынса) ял итә.
Бынан тыш, уҡыусылар һәм уҡытыусылар түбәндәге дәүләт байрамдарында ял итә:
11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө
4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө
1 ғинуар – Яңы йыл
7 ғинуар – Христос Раштыуаһы
23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө
8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө
1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
9 май – Еңеү көнө
24 май – Ураҙа байрамы
12 июнь – Рәсәй көнө
31 июль – Ҡорбан байрамы.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика