11:29 (UTC+5), 14 Август 2019

Республикаға таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуға федераль ҡаҙнанан 184 миллион һум бүленә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ федераль фонды Башҡортостандың Ишембайҙа таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуға ғаризаһын хупланы. Ошо хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Атап әйткәндә, тиҙҙән төбәккә 184 миллион һум федераль аҡса бүленә.
«Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан коллегаларыма яҡшы эштәре өсөн рәхмәт әйтәм, йәнә бер тапҡыр бөтәһенең дә иҫенә төшөрәм — беҙ федераль аҡсаны алып еткермәй инек. Беҙгә йышыраҡ һәм күпкә ҙурыраҡ суммаға ғариза бирергә кәрәк», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостандың үҙәк алдында яҡланған проекттары, документтар менән эшләй белгән командаһы бар.
«Мәскәүҙән аҡса алмайбыҙ, һуңынан улар өсөн яуап бирергә кәрәк» тигән һүҙҙәр менән риза түгелмен», — тип яуапланы республика етәксеһе.
Республика Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, яңыртыу эштәрен 2019 йылда башлап, 2021 йылда тамамлау күҙаллана. Проекттың дөйөм хаҡы 307,16 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды иҫәбенә – 184,3 миллион һум, Башҡортостан һәм проектта ҡатнашыусының аҡсаһы – 61,43-әр миллион һум.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы республикаға урман янғындарын һүндереү өсөн махсус техника һатып алыуға федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса йүнәлтелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Аҡса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса әҙерләнгән «Экология» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу барышында бүленә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика