Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 14:54

Башҡортостандың тағы бер ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Олег Яровиков, автор
Олег Яровиков, автор
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Архангел районының Яңы Шишмә ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Архангел районына эш сәфәре барышында белдерҙе.
Архангел районының Яңы Шишмә ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 62 йыл элек төҙөлгән һәм ағас өйҙә урынлашҡан. Архангел районы хакимиәте башлығы Илшат Әминев республика етәксеһе Радий Хәбировҡа бинала бер ҡасан да ремонт үткәрелмәүе хаҡында һөйләне. Элек фельдшер-акушерлыҡ пункты мәктәп менән бер бинала урынлашҡан булған, һуңғыһы ябылған. Бина мейес менән йылытыла. Ошонда 29 йыл эшләгән фельдшер Эльвира Ғәлиева һүҙҙәренсә, ҡыш көнө ул балаларҙы сирләмәһендәр өсөн үҙенең өйөндә ҡабул итә.
Радий Хәбиров фельдшер-акушерлыҡ бинаһын проектлау быйыл уҡ башланасағын, ә киләһе йылда Яңы Шишмә ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һалынасағын әйтте. Республика етәксеһе районда медицина кадрҙары менән тәьмин ителеш, пациенттарҙы ҡабул итеү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Аралашыу ваҡытында ауыл халҡы автобус бәйләнеше, юлдар, газ, интернет юҡлығына, мобиль элемтәнең сифатһыҙ, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуҙың насар булыуына зарланды. Балалар аутсорсингта эшләгән компанияның Шишмә районынан килтергән аҙығын ашарға теләмәй.
1 сентябрҙән республиканың барлыҡ мәктәптәре берҙәм менюға күсә, тип билдәләне Радий Хәбиров.
2 сентябрҙән ауылға район үҙәгенән «Башавтотранс» автобусы йөрөй башлай. Шулай уҡ газ һәм интернет буйынса мөрәжәғәттәр ҡарала.
Бишенсе класс уҡыусыһы Алина Сәлихова һәм беренсе класҡа барырға йыйынған Искәндәр Ғарифуллин Башҡортостан етәксеһенән яңы көндәлектәренә ҡултамғаһын ҡалдырыуын һораны. Радий Хәбиров уларға уҡыуҙарында уңыштар, яҡшы кәйеф теләне һәм үҙенең автографын ҡалдырҙы.
Читайте нас: